📌Бөрйәндә уҡсылар ярышҡан
Бында традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты үткән.
Мәргәндәр Бөрйән, Белорет, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Учалы, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Бишбүләк, Ғафури, Өфө райондары һәм Өфө, Сибай, Белорет, Баймаҡ, Күмертау ҡалаларынан йыйылған.
❗Бөрйән уҡсылары ойошмаһының үҙ гербы һәм байрағы эшләнгән.
🎉Еңеүселәр:
✅Ир-егеттәр араһында:
🥇Тимур Өмөтбаев - Баймаҡ районы
🥈Сынбулат Юлбирҙин - Бөрйән районы
🥉Ғәфүр Рахманғолов - Баймаҡ районы
✅ Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
🥇 Динә Вәлиева - Учалы ҡалаһы
🥈 Наилә Ишкилдина - Бөрйән районы
🥉Айгөл Ғәлиуллина - Белорет ҡалаһы.

🔥Барлығы 78 уҡсы ҡатнашҡан - 48 ир-егет һәм 30 ҡатын-ҡыҙ!
❗Бөрйән уҡсылары ойошмаһының үҙ гербы һәм байрағы эшләнгән.
🎉Еңеүселәр:
✅Ир-егеттәр араһында:
🥇Тимур Өмөтбаев - Баймаҡ районы
🥈Сынбулат Юлбирҙин - Бөрйән районы
🥉Ғәфүр Рахманғолов - Баймаҡ районы
✅ Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
🥇 Динә Вәлиева - Учалы ҡалаһы
🥈 Наилә Ишкилдина - Бөрйән районы
🥉Айгөл Ғәлиуллина - Белорет ҡалаһы.
🔥9❤5
Әйҙә, 2026 беҙҙең өсөн Ҡытайҙарҙың Утлы ат йылы түгел, ә Башҡорт аты йылы булһын!
Шөкөр, аттарға ҡарата ҡәҙерһеҙ ҡараш артта ҡала бара. Эш аттарын техника алыштырғас, бергилке ауылдар бөтөнләй атһыҙ ҡалды. Йүгән кейҙерә лә белмәгән быуын үҫте. Башҡа ат кәрәк-яраҡтары тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ат арбаһы, сана оҫталары юҡҡа сыҡты. Әммә башҡорт - ул ат йәнле, ул беҙҙең халыҡты билдәләүсе милли код. Башҡорт өсөн ат ул хужалыҡта ярҙамсы, юлда юлдаш, бәйгелә ал бирмәҫ дуҫ, яуҙа - яуҙаш, кейендереүсе лә, туйындырыусы ла булған.
Хәҙер хужалыҡта аттарҙың әллә ни кәрәге юҡ, оҙон юлға ла ат егеп, йә эйәрләп сыҡмайҙар. Бөгөнгө шарттарҙа уларҙы яуҙаш итеп ҡарап булмай. Тайҙарын һабантуй күрке итеп өйрәткәндәр әҙләп булһа ла бар. Хәҙер сабыштан тыш боронғо халыҡ уйындарын тергеҙеүселәр ҙә бар. Йәнә кем өсөндөр ат экзотикаға тиң булһа - беҙҙең өсөн туризм, башҡа заманса хеҙмәттәр аша аҡса эшләү ысулы. (Өфө тирәһендә атта бер сәғәт һыбай йөрөү мең һумдан да кәм түгел, сират иһә ҙур). Дөйөм алғанда, ат беҙҙең заманда байлыҡ күрһәткесе - ауылдарҙа өйөр - өйөр йылҡы малын тотоусылар арта. Шуның менән күптәр ғаиләләрен ҡарай - ҡымыҙ бешеп, йылҡы малын тереләй һатып. Йәшерене юҡ - башҡорт өсөн йылҡы ите, ҡартаһы, ҡаҙылығы иң затлы ризыҡ.
Шулайҙа хәҙер Башҡортостанда аттарға күпкә юғарырыҡ ҡараш формалаша. Тап башҡорт атына булған мөнәсәбәт аша. Республика етәкселеге башланғысы менән йыл һайын үткәрелгән махсус фестиваль уны зурлау сараһы. Республикала башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса айырым институт барлыҡҡа килде. Федераль кимәлдә патент алынды. Быйыл халыҡ-ара кимәлдәге "Башҡорт аты" фестиваленә республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе саҡырыу күҙаллана. Ошо тәҡдимде Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына арналған сарала индерҙе.
Шулай итеп, 2026 Ҡытай календары буйынса Утлы ат йылы. Беҙҙең өсөн, әйҙә, Башҡорт аты йылы булһын. Ул да ирек, иркенлек ярата, маҡтаулы оҙонаяҡ аттар күтәрә алмаған йыраҡ дистанцияларҙы үтә алған көслө һәм сабыр ҙа. Был йыл халҡыбыҙ өсөн рухи берҙәмлек йылы булһын.
Ә инде башҡорттарҙа утлы ат юҡ. Ат ене ҡағылған милләттәштәребеҙ уның төҫтәренә, йәштәренә бәйле атамалар буйынса мәғлүмәти белешмәләр әҙерләгән. Һай, афариндар! Һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ, өйрәнәйек.
"Халыҡ арбаһы" ТГ-каналынан.

❤11🔥5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌨️Ҡарлы ҡыштың үҙ йәме бар. Шулай ҙа ҡоштарға, йәнлектәргә еңел түгел был осор.
❓Тағараҡтар яһайһығыҙмы?
❓Тағараҡтар яһайһығыҙмы?
Хәйерле шаршамбы иртәһе 🫶
❤7
❓Мәйсәрә ниндәй мутлыҡтар эшләгән, беләһегеҙме?
✅Юҡмы, улайһа 27-28 февралдә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында күрешәбеҙ!
Бында Хәмзә Хәкимзаде Ниязиҙың "Мәйсәрә мутлыҡтары" спектаклен сәхнәләштерергә йыйыналар.
Әле артистар тәмле сәй менән һыйлана-һыйлана үҙ ролдәрен өйрәнә, һүҙҙәрен уҡып ҡарай - эш гөрләй, бер һүҙ менән🔥

Ҡуйыусы режиссер - Рөстәм Хәкимов.
Әле артистар тәмле сәй менән һыйлана-һыйлана үҙ ролдәрен өйрәнә, һүҙҙәрен уҡып ҡарай - эш гөрләй, бер һүҙ менән🔥
❤7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бала саҡ "бутерброды" 😋😍
Тәмле видео авторы: Лилиә Ханова.
Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!
Тәмле видео авторы: Лилиә Ханова.
❤11🔥2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
AY YOLA төркөмө һәм Алһыу бергә башҡарған "Ай, былбылым" башҡорт халыҡ йырына төшөрөлгән яңы клипты бөгөн киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим итте. Ҡарайбыҙ🔥
❤15👍9🔥2
Динислам Сафин - Бер алманы бишк б л йек_(vagant-music.com)
<unknown>
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤11🔥2
📌"Һыуыҡ татлы шашка" - балаларға оҡшаған!
Кисә Ишембай ҡалаһының төп шыршыһы эргәһендә үҙенсәлекле уйын ойошторолған - "һыуыҡ татлы шашка". Уны шашка буйынса спорт мастеры Максим Мильшин үткәргән.
✨Уйындың үҙенсәлеге шунда - бер яҡҡа шашка урынына кәнфиттәр ҡуйылған. Балалар уйнағанда оҫтаның шашка-кәнфиттәрен "ашарға" тейеш булған.
Был мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәресендә балалар бик ихлас ҡатнашты, тип билдәләй ойоштороусылар.

🔥5❤2👏2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡышҡы Башҡортостан 💙🤍💚
Видео:интернеттан.
Видео:интернеттан.
❤13🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн, 8 ғинуарҙа, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир, мәғрифәтсе, ғалим һәм дин әһеле Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына - 200 йыл.
Ғәли Соҡорой, йәки ысын исеме Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы, Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе Иҫке Соҡор ауылында башҡорт муллаһы ғаиләһендә тыуған. Хәҙерге Башҡортостандың Тәтешле районы.
📍 Үҙе тураһында «Манзумати Ғәлийә» («Ғәли назымдары») тигән ҡулъяҙма китабының баш һүҙендә шулай яҙған:
🔹Иғтибарығыҙға БР Милли музейының Ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге видеоһын тәҡдим итәбеҙ.
📍 Әйткәндәй, әле бында Ғәли Соҡоройға арналған күргәҙмә эшләй. Унда уның ҡулъяҙмалары ҡуйылған.

«Беҙ урман башҡорто булабыҙ. Игенсе улы игенсе, крәҫтиән улы крәҫтиәндәр. Төп шөғөлөбөҙ — урман әрсеп, бесәнселек вә игенлек яһамаҡтыр.
Мин, Аллаһтың ғәрип һәм көсһөҙ бәндәһе, бер тапҡан ваҡытымды вә хәл вә форсатымды даими шундайын шөғөлгә сарыф әйләнем. Юҡ хәл менән муллалыҡҡа указ алып вә йорт һалып, вә тормош кәрәк-яраҡтары һатып алып, ярлы кеше балаһы кеүек, бик күп бурысҡа баттым.
Вә шул арала һаман юҡ мәҙрәсәне бар итеп, мәҙрәсә ямаштырырға бер үҙем тырышлыҡ һалып, суҡ михнәттәр араһында өйөмдә ауыл балаларын вә мәҙрәсәмдә ҡәбилә балаларын уҡытып, вә бөтә ауыл халҡынан артыҡ мәсет һәм мәҙрәсә араһында йөрөп, ирәкте башҡортоноң иң ҙур михнәтле кешеһе булып торамын...»
🔹Иғтибарығыҙға БР Милли музейының Ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге видеоһын тәҡдим итәбеҙ.
📍 Әйткәндәй, әле бында Ғәли Соҡоройға арналған күргәҙмә эшләй. Унда уның ҡулъяҙмалары ҡуйылған.
❤8👍1
Forwarded from ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
AY YOLA ҡалыптарҙы емереүен һәм ышаныслы аҙымдар менән Рәсәй шоу-бизнес донъяһын яулауын дауам итә - башҡортса һәм башҡорт моңо менән.
Улар Яңы йыл төнөндә илдең төп каналында туған телебеҙҙә сығыш яһаны - башҡорт халҡының боронғолоҡ паспорты булған "Урал батыр" эпосы буйынса ижад ителгән "Һомай" йыры менән.
AY YOLAға ҡушылып Дима Билан сығыш яһаны, шулай уҡ үҙ туған телендә. Ошо төркөм менән һоҡланып, үҙе лә башҡорт милләтенән булыуы менән ғорурланып Ләйсән Үтәшева тапшырыуының бер сығарылышын AY YOLA артистарына бағышланы. Күптәрҙең тамырҙарында ҡанын ҡайнатып, аң төпкөлөндә йәшеренеп ятҡан ҡан хәтерен уятып, үҙ асылдарына мөрәжәғәт итергә әйҙәй алған уникаль төркөм өр-яңы клип сығарҙы. Был юлы билдәле Рәсәй йондоҙо - тамырҙары менән башҡорт иленән булған Алсу менән берлектә. Клип шәп, башҡарыу үҙенсәлекле - әҙерәк акцент менән - әммә быны беҙ етешһеҙлек тип ҡабул итергә ашыҡмайбыҙ. Башҡорт телен һәм моңон донъя кимәленә сығарыу - ул оло ҡаҙаныш. Эйе, АY YOLAға әле һаман иғтибар ҙур. Был ижадтары ла тиҙ арала, бер нисә сәғәт эсендә, тренд клиптар исемлеген тулыландырҙы. Һөйөндөргәне - уны тыуҙырыуҙа башҡа башҡорт ижадсылары ла ҡатнаша. Һәр хәлдә титр буйынса фекер йөрөткәндә Адель менән Алсу образын беҙҙең ҡыҙҙар Сәлимә Усманова һәм Гөлсөм Хөсәйенова булдырған. Афарин!
Ә "Ай, былбылым"ға килгәндә, ул башҡорт халыҡ йырымы, әллә татар ҡәрҙәштәребеҙҙекеме? Күп интернет сығанаҡтарҙа башҡорт - татар халҡының йыры тип билдәләнә.
Тарихи сығанаҡтарға ҡараһаң, ул беренсе тапҡыр Ҡазан университеты ойошторған этнография экспедицияһы сиктәрендә 1913 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙендә яҙылып алына. Башҡарыусыһы Солтангәлиев (исеме билдәһеҙ) фамилиялы башҡорт була. Йәнә ул сығышы менән Йәлембәт ауылынан булған тиелә. Тағы ун йылдан, 1923 йылда был йыр Мария Берг туплап нәшер иткән "Һигеҙ татар-башҡорт йыры" ноталар йыйынтығында донъя күрә.
Бәлки, был йырҙың айырым каталогка эләгеүе, популярлыҡ яулауында Ҡазан экспедицияһы роле ҙурҙыр. Әммә тулы ышаныс менән уны татар халыҡ йыры тип атарға һис юл ҡуймай. Беренсенән, йыйынтыҡ татар-башҡорт йырҙары тупланмаһы тип атала. Тимәк, унда башҡорт халыҡ йырҙары ла ингән. Икенсенән, Стәрлебаш районында урынлашҡан Йәлембәт ауылы юрматы ырыуы вәкилдәре йәшәгән боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Өсөнсөнән, Ағиҙел шул уҡ Урал батыр, Аҡбуҙат йә Һомай ише башҡорттоң символы, уның рухи асылы, милли коды.

❤13👍4🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Изге йомала Салауат әйтегеҙ.
Видео: йырсы Йәмил Баймырҙин Салауат батырыбыҙға арналған кенотаф эргәһендә ҡурай уйнаған.
❤11🔥1