Башҡорт донъяһы
620 subscribers
4.09K photos
1.93K videos
1 file
665 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Төркиә ҡыҙы "Урал батыр" эпосын яттан һөйләй. Ул Башҡортостанда үткән эстафетаға ҡушылған, ә һеҙ?

Башҡорт донъяһы МАХ-та
👍42🥰1🥱1
Рәсәй көнө һәм Ҡала көнө менән тәбрикләйбеҙ!🎉
Аяҙ күк йөҙө, һәр йортҡа ҡот һәм бәхет, киләсәккә ышаныс теләйбеҙ.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн, 12 июндә, Рәсәй көнө билдәләнә.
Был көн тыуған еребеҙ һәм илебеҙ өсөн шатлыҡ, берҙәмлек һәм ғорурлыҡ менән тулы булһын.

Беҙҙең республика Рәсәйҙең терәк төбәге — иҡтисадты үҫтергән, милләт-ара татыулыҡты, традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлаған илдең ныҡлы терәге булып тора.

Рәсәй көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡына федераль һәм республика наградаларын тапшырҙы. Улар араһында – ил Президенты Владимир Путиндың наградалары.

Беҙҙең роликта – тыуған ил мәнфәғәте өсөн көн һайын эшләүселәр.
📌 Рәсәй Геройы Вәсил Ямалетдинов - Башҡортостан Республикаһы Башлығы академияһы студенты.

Рәсәй көнө алдынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы студенттары рәтен Салауат районында тыуып үҫкән яугир Вәсил Ямалетдинов тулыландырҙы. Ул дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ һәм иҡтисад факультетына уҡырға алынған.

📍 Вәсил Камил улы Башҡорт Илсекәйе ауылында тыуған. Тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләй: Алыҫ Көнсығышта әрме хеҙмәтен үтә, шунан Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән алып алғы һыҙыҡта. Өс тапҡыр ҡаты яралана, әммә ваҡыт сафҡа ҡайта. Бөгөн ул 60-сы айырым мотоуҡсылар бригадаһының мотоуҡсылар батальоны ротаһы менән командалыҡ итә.

2025 йылдың декабрендә капитан Ямалетдинов етәкселегендәге подразделение беренселәрҙән булып Запорожье өлкәһенең Гуляйполе ҡалаһына үтеп инә, төп көстәр килеп еткәнсе позицияларҙы һаҡлай. Батырлығы өсөн уға Рәсәй Геройы исеме бирелде. Ватанды һаҡлаусылар көнөндә "Алтын Йондоҙ" миҙалын уға Рәсәй Президенты Владимир Путин тапшырҙы.

🔥 Хәҙер хәрби хеҙмәт менән уҡыуҙы берләштереп, Вәсил Ямалетдинов илгә артабан да хеҙмәт итеү өсөн системалы белем аласаҡ.

Араларында бындай студент уҡыуы - йәштәргә һәм уҡытыусыларға көслө тәрбиә үрнәге, тип билдәләнеләр юғары уҡыу йортонда.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортостанда Рәсәй көнө Дуҫлыҡ монументына һәм "Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" стелаһына сәскәләр һалыуҙан башланды.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров журналистарға был байрамдың әһәмиәте тураһында һөйләгән.
📌Сапсан балаларына Һомай, Толпар һәм Алтынай тип исем биргәндәр.

Өфөләге "Уралсиб" банкы ҡыйығында оялаған сапсандар быйыл өс йомортҡа һалып, баҫып сығарҙылар. Ошо көндәрҙә орнитологтар ҡошсоҡтарҙы тамғалап, үлсәп, ҡушамат биргән. Хәҙер Һомай, Толпар һәм Алтынай тигән ҡошсоҡтар бар.
📌 Шәйехзада Бабич музейында "Минең тыуған яғым" республика музей акцияһы сиктәрендә "Рәсәйем, ғорурланам һинең менән!" патриотик сәғәте үткән.

Сарала Дүртөйлө районының Ш. Бабич исемендәге Әсән ауылы мәктәбенең "Йәйғор" лагерына йөрөүсе балалар ҡатнашҡан.

🔹 Тәүҙә уҡыусылар музей менән танышҡан: башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тормош юлы һәм ижады, Дүртөйлө районын данлаған яҡташтары тураһында белгән.
🔹 Шунан иғтибарлығын һәм белемдәрен һынаған: төрлө һорауҙарға яуап биргәндәр.
🔹 Ижади оҫталыҡ дәресендә балалар боронғо һөнәр - кейеҙ баҫыу серҙәренә өйрәнгән. Бик ҡыҙыҡһынып үҙ ҡулдары менән бәләкәй генә әйберҙәр эшләп ҡарағандар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🏙️ Ҡала көнө уңайынан ҡыҙыҡ видео: бөтә урындарҙы ла танынығыҙмы?

Видео: Добрые новости Башкортостана.
🔥1
📌 "Башҡортостан геройҙары" программаһының һуңғы - дүртенсе белем биреү модуле тамам. Хәҙер унда ҡатнашыусы яугирҙар дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткә тулыһынса әҙер, тиһәк тә була. Ни бары йомғаҡлау эшен генә яҡларға ҡалған.
Тулыраҡ - Вәлитов-TV сюжетында.

https://vkvideo.ru/video-229671171_456239071
Яратҡан баш ҡалабыҙ талантлы рәссам күҙлегенән. Ҡайсаҡ беҙ иғтибар итмәгән ябай нәмәләрҙең үҙ матурлығы. 🏡

Һүрәт: Елена Абушахмина.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Күҙ теймәһен, ҡурсаҡтай! 😍

Видео: Таңсулпан Сәғитова.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Кисә "Салауат йыйыны - 2026" республика фольклор фестивале үтте.

Салауат районында үткән байрамда һәр ауыл советы бай тирмә, йорт ихатаһы ҡуйған. Тирмән ауылы тирмәһендә бына ниндәй ҡомартҡы әйберҙәр ҡуйылған. Улар тураһында Фәриҙә ханым һөйләгән.

Әйткәндәй, Тирмән ауылында кем тыуған, беләһегеҙме?

Видео: Гөлгөнә Баймырҙина.

Башҡорт донъяһы МАХ-та
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ егеттәренә ямғыр ҡамасау түгел 🔥

Һабантуйҙа ҡойоп ямғыр яуғас, "Ирәндек" халыҡ ансамбле егеттәре тайғаҡ сәхнәгә ялан аяҡ сығып, дер һелкетеп "Бөрйән егеттәре" бейеүен башҡарған 👏

Һай, афарин!

Башҡорт донъяһы МАХ-та
1👍1