Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ейәнсура районы яҡташтар ойошмаһының осрашыуы уҙғарылды
Дебет шәл менән дан тотоусылар. Өфөнөң «Химиктар» мәҙәниәт һарайында Ейәнсура районы яҡташтар ойошмаһының осрашыуы уҙғарылды. Сара Өфөлә йәшәгән яҡташтарҙы һәм муниципалитеттан сыҡҡан кешеләрҙе берләштерҙе.

👍2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы үҙенең юбилей йылын юғары күтәренкелектә тамамланы
Бер төркөм радио хеҙмәткәрҙәре Дәүләт-Йыйылышы-Ҡоролтай, Башҡортостан Хөкүмәте, төрлө министрлыҡ-ведомстволарҙың Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдары менән бүләкләнде. «Юлдаш»тар 25 йыллыҡта ла «Беҙ бергә» девизына тоғро ҡалып яратҡан тыңлаусыһы менән бергә билдәләне.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ил Хөкүмәте делегацияһы составында эш сәфәре менән Үзбәкстанда булды
Бизнес өсөн яңы мөмкинлектәр. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ил Хөкүмәте делегацияһы составында эш сәфәре менән Үзбәкстанда булды. Төбәк етәксеһе Ташкентта Рәсәй һәм Үзбәкстан араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Хөкүмәт-ара комиссия ултырышында ҡатнашып, Үзбәкстан Президенты менән осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе булараҡ сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһы төҙөлдө. Документ сәнәғәт кооперацияһы һәм инвестиция сәйәсәте, агросәнәғәт комплексы, сауҙа, туризм, мәғариф, мәҙәниәт, спорт өлкәләрендә һәм башҡа йүнәлештәр буйынса үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтеүҙе күҙ уңында тота.

Өфөлә үткән Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында республика инвестициялар йәлеп итеүгә өлгәште
Өфөлә үткән Халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ аҙналығында республика күп миллиардлы инвестициялар йәлеп итеүгә өлгәште. Иҡтисад форумы майҙансыҡтарында 2 мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашты, Рәсәй төбәктәренән тыш, сит илдәрҙән дә делегациялар килгәйне. Эшлекле бәйләнештәр булдырыу, яңы партнерҙар табыуға, берҙәм проекттар тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән саранан киләһе материал.

Сит илдән килтерелгән автомобилдәргә утилләштереү йыйымы артты
Рәсәй Хөкүмәте ҡарары 1 декабрҙән үҙ көсөнә инде. Документҡа ярашлы, төп яңылыҡтарҙың береһе-граждандарҙың шәхси ҡулланыу өсөн индерелгән һәм 160 ат көсөнән ҡеүәтлерәк двигателе булған машиналарға льготалы утилләштереү йыйымы бөтөрөлдө. Реформа тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән әңгәмәлә.

Радий Хәбиров креатив иҡтисад буйынса стратегик сессияла яңынан үҫеш векторын билдәләне
Бөгөн Радий Хәбиров «Башҡортостандың креатив иҡтисады: трендтар, ҡиммәттәр, инструменттар, үҫеш» стратегик сессияһында ҡатнашты. Сара Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында ойошторолдо. Фекер алышыуға «Креатив иҡтисад» автономиялы коммерция булмаған ойошма етәксеһе Марина Монгуш менән Рәсәй президентының йәмәғәт проекттары буйынса идаралығы референты Владимир Костеев саҡырылды.

Башҡортостан халҡына яңы йылға тиклем Пушкин картаһын алмаштырырға кәңәш ителә
Унда яңы оператор - ВТБ банкы. Ғаризаларҙы 28 декабргә тиклем тапшырырға була. Дәүләт хеҙмәттәре порталы, йә "ПочтаБанк" ҡушымтаһы аша, шулай уҡ "Почта Банк" һәм ВТБ бүлексәләренә барып мөрәжәғәт ҡалдырырға мөмкин. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, ғәмәлдәге карталар 31 декабрҙән ҡулланыуҙан сығарыла. "Пушкин картаһы" 14 йәштән 22 йәшкә тиклемгеләргә бирелә. Уның иҫәбендә йыл һайын 5 мең һум була. Был аҡсаны музей, театр, кинотеатр һәм концерттар өсөн тотонорға мөмкин.

Республика төбәктәрендә урындағы башланғыстар программаһында ҡатнашыу өсөн йыйылыштар үтә
Шаран районының Мичуринск ауыл биләмәһендә йәшәүселәр ҙә халыҡтың тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән программала йыл һайын ҡатнаша. Быйыл уның ярҙамында Рождественка ауылының Тыныслыҡ һәм Дуҫлыҡ урамдарына ҡырсынташ түшәү күҙаллана.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы Әбйәлил ауылында йәшәүселәр МХО-ла ҡатнашыусыларға ебәреү өсөн кәбеҫтә тоҙланы
Әбйәлил районы Әбйәлил ауылында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреү өсөн кәбеҫтә тоҙланы. Был изге эштә урындағы дауахана коллективы, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы студенттары һәм йәмәғәт алдынғылары әүҙемлек күрһәтте. Һөҙөмтәлә, дөйөм тырышлыҡ менән 80 банка файҙалы һәм витаминлы аҙыҡ әҙерләнгән.

Башҡортостан граждандарҙы һәм хәрбиҙәрҙе яҡлау комитеты 35 йыллығын билдәләне
Байрам сиктәрендә илһөйәрлек темаһына арналған концерт ойошторолдо.
Өс тиҫтә йылдан ашыу комитет ағзалары хәрби конфликт биләмәләрендә: Грузияла, Тажикстанда, Төньяҡ Кавказда, Көньяҡ Осетияла, Афғанстанда хәрби бурыстарын үтәгән яугир-яҡташтарға әүҙем ярҙам итә.

❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Милли музейҙа «Урал батыр» образдары һаҡланған яңы экспозиция күрһәтелде
Башҡортостандың Милли музейында рәссам Ирина Окружнованың «Легенданың тыуыуы» тип исемләнгән шәхси күргәҙмәһе асылды. Экспозиция бөйөк башҡорт эпик ҡомартҡыһы-«Урал батыр»ға арналған. Ижадсы сағыу буяуҙар аша эпоста телгә алынған һәр образды реалистик деталдәрҙә һүрәтләргә тырышҡан. Бер циклға ҡоролған эштәр тамашасыны фәлсәфәүи уйҙарға һала. Экспозицияны асыу тантанаһында «ИшембайФильм» балалар һәм үҫмерҙәр студияһының анимация картинаһы тәҡдим ителде.

Рәсәйҙең иң көслө атлеттары Өфөгә йыйылды
Улар данлыҡлы спортсы Эльбрус Ниғмәтуллин ойошторған «Еңеү кубогы» халыҡ-ара турнирында ҡатнашты. Мәртәбәле сара асыҡ һауала үтте. «Нива» автомобилен күтәреү беренсе эстафетаның һуңғы һынауы. Әммә был ауырлыҡты күтәрергә барыһының дә хәленән килмәй. Сөнки быға тиклем уларға күп тир түгергә тура килә.

Баймаҡта бокс мәктәбе ойошторолоуға 45 йыл тулды
Ошо уңайҙан «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында төбәк-ара турнир үтте. Ярыш төбәктә был спортҡа нигеҙ һалыусы Константин Сентюринға арналды. Тулыраҡ киләһе видеояҙмала.
Ошо уңайҙан «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында төбәк-ара турнир үтте. Ярыш төбәктә был спортҡа нигеҙ һалыусы Константин Сентюринға арналды. Тулыраҡ киләһе видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика журналистар союзының 24-cе съезында ҡатнашты
Медиа тармаҡ үҫешенә лайыҡлы баһа. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика журналистар союзының 24-cе съезында ҡатнашып, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә юғары һөнәри оҫталыҡ, әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм социаль яуаплылығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Теле-радио каналдар, муниципаль телестудиялар, алты телдә баҫтырылған гәзит-журналдар - бөгөн дәүләт компанияларында ғына ике мең ярымдан ашыу кеше эшләй. Төбәк етәксеһе хәрби хәбәрселәрҙең фиҙәҡәр хеҙмәтенә айырым иғтибар йүнәлтте. Эшлекле һәм тантаналы саранан киләһе материал.

❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров: Беҙ көн дә махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙарҙың иҫәбен алып барабыҙ
Беҙ көн дә махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яугирҙарҙың иҫәбен алып барабыҙ. Әле Башҡортостанға 3170 яугир әйләнеп ҡайтты. Улар күберәк ҡайтҡан һайын башҡараһы эштәр, мәсьәләләр ҙә артасаҡ ҡына, тине Радий Хәбиров. Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ултырышында. Республика етәксеһе әйтеүенсә, беҙ яугирҙарҙы ҡаршы алыу өсөн медицина һәм социаль инфраструктураны әҙерләргә тейешбеҙ. Һәм йәмәғәт ойошмалары был эштә төп ярҙамсы булыуы мотлаҡ.

Өфөлә Шайморатов класында уҡыусыларҙың балы ойошторолдо
200-ҙән ашыу уҡыусы шайморатовсылар балында вальс бейене. Сара Өфөлә икенсе тапҡыр ойошторолдо. Радий Хәбиров уҡыу алдынғыларына почет билдәләре тапшырҙы. Бал бер юлы өс ваҡиғаға - Ватан геройҙары, Рәсәй Конституцияһы һәм Башҡорт теле көнөнә арналды. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

❤3👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған Артур Әминев хөрмәтенә Герой партаһы асылды
Фармацевт һөнәрен - ҡоралға. Өфө медицина колледжында бөгөн махсус хәрби операцияла һәләк булған Артур Әминев хөрмәтенә Герой партаһы асылды. Колледжда Ватан геройҙары көнөнә арналған тантаналы сара үтте.

👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Росреестр идаралығы коллективы махсус хәрби операция яугирҙарына 13 автомобиль тапшырҙы
Рәсәй геройҙары көнөндә Росреестр идаралығы коллективы махсус хәрби операция яугирҙарына 13 автомобиль тапшырҙы. Техника тәғәйен урынға Халыҡ фронты ярҙамында барып етәсәк. Росреестр идаралығы хеҙмәткәрҙәре гуманитар ярҙам туплауға етди ҡараған - махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ автомобилдәрҙең һәр ҡайһыһы юлға сығыр алдынан техник тикшереү үткән. Һәр машинаға шулай уҡ хәрбиҙәр өсөн йылы кейемдәр ҙә һалынған.

👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡариҙел районында Ватан геройҙары көнө Геройҙар скверында билдәләнде
Сарала райондың хеҙмәт коллективтары, шайморатов кластары уҡыусылары, студенттар ҡатнашты. Хәтер сараһына махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк булған яҡташтары Роман Сәйетгәрәев, Эдуард Нәсибуллин һәм Эльбрус Рахманғоловтарҙың ғаиләләре лә саҡырылды. Яугирҙарҙың барыһы ла үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә заманса кампустар селтәрен төҙөү тулы ҡеүәттә бара
Был илдең яңы тарихында юғары белем һәм фән инфраструктураһын модернизациялауҙың иң күләмлеһе. Бөгөнгә 29 кампус объекты файҙаланыуға тапшырылған да инде. Шуларҙың береһе Өфөләге Геном үҙәге. Был турала вице-премьер Дмитрий Чернышенко Рәсәй Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.