Өфөлә биләмәләр талпанға ҡаршы препараттар менән эшкәртелә
Республика дезинфекция үҙәге хеҙмәткәрҙәре 13 апрелдән ошо эште башлай. Халыҡ күпләп йөрөгән йөҙҙән ашыу биләмә билдәләнгән. Был исемлектә йорт яны майҙандары һәм предприятие ихаталары күрһәтелмәгән. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, препараттар халыҡ өсөн хәүефһеҙ. Рәсәйҙә ҡулланыу өсөн яраҡлы тип танылған. Эштәр төнгө сәғәттәрҙә алып барыла.

👍1
Башҡортостан йылғаларында экстремаль туризм миҙгеле башланды
Ҡотҡарыусылар Белорет районында Кесе Инйәр йылғаһында Айғыр тупһаһында ваҡытлыса пост булдырған, дежур ойошторолған. Был көндәрҙә ошо урындан кәмә менән 20-нән ашыу кеше үткән. Ҡотҡарыусылар уларҙы хәүефле урындар тураһында иҫкәрткән. - Сәфәр алдынан туристик төркөмдәрҙе һәм маршруттарҙы теркәргә кәрәк, - тип белдерәләр ведомствонан.

Өфөлә йылытыу миҙгеле тамамлана
Иртәгәнән йорттарға йылы биреү туҡтатыла. Был туралағы ҡарарға баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйған. Документ һуңғы көндәрҙә уртаса һауа температураһы 8 градустан юғары булыуға бәйле ҡабул ителгән. Ҡарар үҙәкләштерелгән йылытыу системаһына тоташтырылған йорттарға ҡағыла.

Башҡортостан хужалыҡтары орлоҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән
-Техниканың әҙерлек кимәле яҡшы. Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе. Баҫыуҙарҙа 12 мең трактор эшләй. Яҙғы сәсеү 2 миллион гектарҙан ашыу майҙанда башҡарыла,- тине Республика Башлығы. Радий Хәбиров ил хөкүмәтенә финанс ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Быйыл Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы 17 миллиард һумға льготалы кредит хуплаған.

"Рәхмәтле Башҡортостан халҡынан" миҙалы булдырылды
Уның менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса ирекмәнлек, хәйриә һәм гуманитар эшмәкәрлек алып барыусылар бүләкләнә. Указға Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Был миҙал дәрәжәһе буйынса Башҡортостан дәүләт наградалары системаһында генерал Шайморатов миҙалы һәм "Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн" миҙалы араһында тора. Миҙал түңәрәк диск рәүешендә эшләнгән. Уртаһында "Рәхмәтле Башҡортостан халҡынан" тигән яҙыу бар.

❤1
Өфө Бөйөк Еңеүҙең 81 йыллығын билдәләргә әҙерләнә
Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төп тантаналар 9 майҙа үтә. Ватанды һаҡлаусыларҙы һәйкәлдәренә сәскә һалына. Ҡала советы янындағы майҙанда парад буласаҡ. Унан һуң байрам концерты ҡаралған. "Үлемһеҙ полк" акцияһы быйыл онлайн форматта уҙғарыла. 9 майҙа байрам салюты булмай. Еңеү көнө алдынан шулай уҡ төрлө акциялар, иҫкә алыу саралары ойошторола.

Башҡортостанда балаларға бензин һатыуҙы тыйырға тәҡдим итәләр
Был турала Республика парламентының комитет ултырышында белдерелде. -Тыйыуҙы хәмер һәм тәмәке һатыуға булған сикләү һымаҡ билдәләргә кәрәк. Яғыулыҡ станцияһы хеҙмәткәре һатып алыусының йәшендә шикләнһә, ул шәхес йә водитель танытмаһын талап итергә тейеш, тигән фекерҙә тәҡдим авторҙары. Проект республика юлдарында балалар ҡатнашлығында аварияларҙы кәметеүгә йүнәлтелгән.

Яңауыл районында мутлашыусылар махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙың тол ҡатынын алдаған
Ул 16 миллион һум аҡсаһын юғалтҡан. Ҡатынға йәнәһе лә пенсия фондынан шылтыратҡандар, иренең миҙалын алыу өсөн паспорт мәғлүмәттәрен һорағандар. Унан һуң "Дәүләт хеҙмәттәре" порталындағы шәхси кабинетына үтеп инеүҙәре тураһында хәбәр иткәндәр, енәйәт эше менән янап иҫәптә булған бар сумманы ҡулаҡса менән сығарып алырға күндергәндәр. Ҡатын Яңауылда 9 миллион һәм Нефтекамала 7 миллион аҡсаһын курьерҙарға тапшырған.

Өфө районы Нөрлө ауылында сәнәғәт объектында янғын сыҡты
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов белдереүенсә, бында күсмә лаборатория эшләй, һауа сифаты тикшерелә. "Белгестәр химик матдәләр таралыу мөмкинлеген тикшерә. Хәл контролгә алынған", -тине ул. Аварияла өс кеше йәрәхәттәр алған, улар дауаханаға һалынған.

Башҡортостанда аттракциондар тикшерелә
Был тема хөкүмәттә ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, ҡоролмалар үтә хәүефле объект тип һанала. Улар кеше ғүмеренә һәм һаулығына зыян килтереүе ихтимал. Шуға хәүефһеҙлекте тәьмин итергә тейешбеҙ. Аттракциондарҙа даими тикшереү уҙғарырға, хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреп торорға кәрәк, тине Андрей Назаров. Быйыл май айында Стәрлетамаҡта аттракционда 12 йәшлек малай ауыр йәрәхәтләнде. Ул республика дауаханаһына оҙатылған.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ», Ә ҺИН?
26 июндә 18:00–23:00 Өфө ҡалаһындағы Арт-КВАДРАТ майҙанында «Мин башҡортса һөйләшәм» башҡорт теле фестивале үтәсәк.
Был телде, музыканы, ижадты һәм заманса башҡорт мәҙәниәтен берләштергән ҙур open-air сара. Фестиваль башҡорт телен заманса музыка, йәнле аралашыу һәм мастер-кластар аша популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Фестиваль 2019 йылда башланып, 2026 йылда өсөнсө тапҡыр ойошторола. 2024 йылдағы сарала 8000-дән ашыу кеше ҡатнашып, ул киң танылыу алды.
2026 йылда ҡунаҡтарҙы башҡорт телендә ижад иткән заманса башҡарыусылар һәм мастер-кластар көтә. Фестиваль йәштәр өсөн туған телдең заманса, матур һәм абруйлы булыуын күрһәтәсәк.
Инеү ирекле!
📍 Арт-КВАДРАТ, Өфө
📅 26 июнь
🕕 18:00–23:00
Фестиваль Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында үткәрелә.

👍3
Виктор Козлов “Йыл матчы”ның тренер штабына индерелде
Илдең иң оҫта 49 уйынсыһы Санкт-Петербургка хоккей миҙгелен тамамлау сараһына саҡырылды. Улар араһында “Салауат Юлаев” командаһы спортсылары Вадим Шипачев һәм Александр Жаровский бар. Матчта беҙҙең команданың баш тренеры Виктор Козлов та ҡатнаша. Командаларҙың капитаны булараҡ донъя хоккейы йондоҙҙары Артемий Панарин һәм Михаил Сергачев һайланған. “Йыл матчы” Милли һәм Континенталь хоккей лигаларының алдынғы уйынсыларын берләштерә. Иң яҡшы хоккейсылар ярышы 25 июлдә үтә.

4 июлдә Мәскәүҙә һабантуй үтәсәк
Ул “Коломенское” музей-ҡурсаулығында ойошторола. Байрам майҙанына “Башҡорт ихатаһы” ҡуйыла. Ул “Урал батыр” эпосына нигеҙләнә. Халыҡты дастан геройҙары ҡаршылай. Балалар өсөн уйын, конкурс, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Башҡорт телендә йәнһүрәт күрһәтелә. Ошонда уҡ “Аҡбуҙат” балалар журналына яҙылырға тәҡдим ителә. Шағирә, журналист Лариса Абдуллина менән осрашыу көтөлә. Китап йәрминкәһе була. Һабантуй һәм “Башҡорт ихатаһы” сәхнәһендә республика артистары сығыш яһай.

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы яғыулыҡ буйынса ҡыҙыу линия булдырҙы
Ауыр хәлдә ҡалған предприятиеларға, хужалыҡтарға ярҙам күрһәтелә. Ҡыҙыу линия һандары ведомство сайтында бар, 8-800-234-93-80 номерына тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға мөмкин. Мөрәжәғәттә төбәк, яғыулыҡ төрө, уның хаҡына, йә етешмәүенә бәйле проблема аныҡланырға тейеш.

Өфөлә балалар һыуға бата яҙған
Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14-17 йәшлек 4 үҫмер Йылы күлендә ҡуртымға кәмә алған. Көслө ямғыр башланғас улар ярға сығырға ашыҡмаған, киреһенсә кәмәне һелкетеп уйнағандар. Ул түңкәрелгән, балалар ярҙан йөҙ метр алыҫлыҡта һыуҙа ҡалған. Уларҙы дежурҙа булған ҡотҡарыусылар күреп ҡалған, ярҙамға килеп өлгөргән.

⚡️ Башҡортостан йәштәрен Йылайыр районында ҙур фестивалгә саҡыралар
Фестиваль «Za единство – Za берҙәмлек» 4-6 августа Йылайыр районының «Дуҫлыҡ» лагерында уҙа.
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров хәбәр итеүенсә, фестиваль бер нисә тематик йүнәлеште берләштерәсәк:
Фестивалдә йәштәр үҙҙәренең социаль проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллион һумға тиклем аҡса отоу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. «Росмолодёжь.Гранты» майҙансығында теркәлеү 1 августҡа тиклем ошо һылтанма буйынса бара: clck.ru/3UYb28.
Фестивалгә теркәлеү clck.ru/3UYRH3
һылтанмаһы буйынса 28 июлгә тиклем дауам итә.
Фестивалде асыҡ һауала үткәреү ҡаралған, ҡатнашыусыларға үҙҙәре менән палаткалар алырға кәрәк.

👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡаршылыҡтар менән йүгереү һәм спорт ориентирлашыуы буйынса ярыш, билдәле кешеләр менән аралашыу, күсмә уйындар, иң яҡшы артистар менән асыҡ һауала дискотека – былар барыһы ла «Za единство – Za берҙәмлек» фестивалендә мотлаҡ булсаҡ, тип раҫлай Йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.
35 йәшкә тиклемгеләр өсөн бында теркәлеү үтергә: https://clck.ru/3UYRH3
Үҙ проектыңа 1 миллион һум бында алырға мөмкин: https://clck.ru/3UYb28
35 йәшкә тиклемгеләр өсөн бында теркәлеү үтергә: https://clck.ru/3UYRH3
Үҙ проектыңа 1 миллион һум бында алырға мөмкин: https://clck.ru/3UYb28
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
⚡️Ағиҙел ҡалаһында Радий Хәбиров баҡсасылар менән осрашты
Пенсионер апайҙарҙың береһе ололарға «Алға» картаһының ярҙам итеүе тураһында белдерҙе.
«Унһыҙ был тиклем уңыш та булмаҫ ине. Баҡсаға аҙнаһына бер тапҡыр ғына барыр инек. Былай көн һайын йөрөйбөҙ. Юл да яҡшы, быйыл асфальтты тәртипкә килтерҙеләр», – тине ул.
Радий Хәбиров йәшелсә һатып алды һәм баҡсасыларға уңыштар теләне.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🚀 Стәрлетамаҡ!
5 сентябрь сәғәт киске алтыла Салауат Юлаев исемендәге скверҙа «МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ» фестивале үтә.
Сәхнәлә — БҮРЕЛӘР төркөмө, BABY Ti һәм Тимур Ямалов.
Инеү бушлай! Кил! сағыу, заманса саранан ситтә ҡалма!

Рәсәйҙә йорт хайуандарын теркәү ҡағиҙәләре һәм ваҡыты үҙгәреүе мөмкин
Халыҡтан мөрәжәғәттәр күп булған. Вице-премьер Дмитрий Патрушев тейешле ведомстволарға был мәсьәләне ентекле өйрәнергә ҡушты. Теркәү процесында урындағы халыҡ, профилле ойошмалар тәҡдимдәре лә иҫәпкә алынасаҡ. 2023 йылдан алып илдә йорт хайуандары теркәлә. Тәүҙә эре мал, аттар һәм сусҡа иҫәпкә алынды. 2025 йылда ҡуян, бал ҡорттары теркәлде. Хәҙер ҡоштарға сират еткән. Яңы ҡағиҙәләр буйынса 1 сентябрҙән йорт ҡоштары 10 баштан күберәк булһа, иҫәпкә ҡуйылырға тейеш.

👎2