БСТ | Яңылыҡтар
2.27K subscribers
5.33K photos
9.31K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һынауҙар аша рекордҡа: Башҡортостан баҫыуҙарында мул уңыш

Тәбиғәт һынауҙары быйыл игенселәрҙе лә, малсыларҙы ла ныҡ сыныҡтырҙы. Әммә хеҙмәткә тоғро ҡалған ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, республика агросәнәғәтенең ныҡлы терәген тағы бер тапҡыр дәлилләне. Был уңыштар — тырышлыҡ, заманса технологиялар һәм дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһе.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Заманса мәктәптәр, колледждар һәм кампустар: Башҡортостанда мәғариф үҫешә

Белем биреү — төбәктең киләсәген билдәләгән иң мөһим нигеҙҙәрҙең береһе. Башҡортостанда балалар баҡсаларынан алып юғары мәктәпкә тиклем мәғариф системаһы комплекслы рәүештә яңыртыла, заманса мөхит һәм яңы мөмкинлектәр булдырыла. Был эштәрҙең маҡсаты бер — һәләтле, белемле һәм конкурентлы быуын тәрбиәләү.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шүлгәнташҡа яңы һулыш: донъя кимәлендәге танылыу

Башҡортостандың тәбиғи һәм тарихи мираҫы донъя кимәлендә барған һайын нығыраҡ таныла. ЮНЕСКО ҡарарҙары, ғилми асыштар һәм туризмдың әүҙем үҫеше республиканың уникаль ҡомартҡыларын яңыса аса. Был юлда һәр ҡаҙаныш төбәктең абруйын арттырыуҙа мөһим баҫҡысҡа әйләнә.
1👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Әй Йола» һәм «Урал батыр»: Башҡортостандың мәҙәни йөҙө

Башҡортостан өсөн был йыл мәҙәниәт өлкәһендә сағыу ваҡиғаларға бай булды. Башҡорт моңо, эпик мираҫ һәм заманса сәнғәт формалары республика сиктәренән сығып, киң аудиторияға барып етте. Театр, музыка һәм халыҡ ижадындағы яңы башланғыстар мәҙәни үҫештең төп йүнәлештәрен билдәләне.
3
Ғинуар айында 16 көн ял була

Яңы йыл каникулы 11 ғинуарға тиклем дауам итә.Унан һуң 3 биш көнлөк эш аҙнаһыҡаралған. Дәүләт Думаһынан хәбәритеүҙәренсә, быйыл Рәсәйҙә 118 байрам һәм ял көнө, 247 көн эшләйбеҙ. Башҡортостанда милли һәм дини байрамдарға бәйле ял көндәре күберәк.
1
Башҡортостанда яңы йылда тәүге үлемесле янғын булды

Ғәҙәттән тыш хәлдәрминистрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ейәнсура районы Биштирәк ауылында ағас йорт янған. Утты һүндергәс 70 йәшлек ир кәүҙәһе табылған. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Быйыл республикала 14 янғын теркәлгән.
Яңы йыл каникулында хәмер һатыу сикләнде

Республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай норма бер нисә көн ғәмәлдә була. Бөгөн спиртлы эсемлектәрҙе сәғәт 8-ҙән 5-кә тиклем алырға мөмкин. 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа һатып алыу ваҡыты сәғәт 10-дан 5-кә тиклем билдәләнгән. Башҡа көндәрҙә хәмер ғәҙәти тәртиптә һатыла. Законды боҙоусылар өсөн ҙур штраф ҡаралған.