Ҡазан – Адлер поезы Камаз менән бәрелешкән...
Унда 43 йәшлек йөк машинаһы водителе тимер юлы аша сығып өлгөрөргә уйлап, Ҡазан – Адлер поезы менән бәрелешкән.
Поезд машинисы ашығыс тормоз ҡуллана, әммә юл һәләкәтенән ҡотола алмай.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 105 кеше зыян күргән. Хәбәр ителеүенсә, рельстарҙан һигеҙ вагон төшкән. Поезда бөтәһе 812 пассажир булған.
Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй.

😱13👍3👻2👀1
Республикала махсус хәрби операция тураһында фильм төшөрөлә.
Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы “Бетеү” тип исемләнгән ҡыҫҡа метражлы кинотаҫма әҙерләй. Ижади команда әлегә Ишембай районында эшләй.

❤11🙏2
Вадим Харисов йәнә алтын миҙал яуланы.
Өфөнән йәш химик Вадим Харисов Сәғүд Ғәрәбстанында үткән халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙал яулаған. Был - уның халыҡ-ара кимәлдә алған 4-се алтын миҙалы. Быға тиклем Ул Швейцария, Ҡаҙағстан һәм Ҡытайҙа иң яҡшыһы булды.
Вадим Харисов артабан уҡыуын Өфөлә дауам итергә һәм үҙе лә республикала йәш химиктарҙы үҫтереүгә өлөшөн индерергә теләй. Был турала Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһы белдерҙе.
Вадимды, уның остазы Айнур Ғүмәровты еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ.

👏17❤3🥰2
Табиптарға рәхмәт!
Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы махсус хәрби операциялағы хәрбиҙәргә УАЗ автомобилен тапшырҙы.

"Ил именлеге өсөн көрәшкән яугирҙәргә ярҙам иткән дауахана коллективына, баш табип Илшат Тимерйән улына рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ”, - тип яҙа социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.
❤8👍3
Йәштәргә барлыҡ ишектәр асыҡ.
Йылайыр районында “Аҫылташ” башҡорт мәҙәниәте мәғариф форумы уҙа. Быйыл сара “Берҙәмлек” башҡорт йәштәре фестивале барышында үтә.
“Аҫылташ” төбәк-ара мәғариф форумында 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәр ҡатнаша.

❤6👍1
Сит ил кешеһенә кейәүгә сығырға теләгән ҡатын 7 миллион һумын юғалтҡан.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә йәшәүсе 37 йәшлек ханым социаль селтәрҙә сит ил гражданы менән таныша. Улар үҙ-ара 4 ай аралаша, бергә йәшәргә һүҙ ҡуйыша. Хыялды тормошҡа ашырыр өсөн ир уға инвестициялар ярҙамында өҫтәмә аҡса эшләргә тәҡдим итә, аҡсаны алғас башҡаса элемтәгә сыҡмай.
Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уҙған тәүлектә Башҡортостан халҡы мутлашыусыларға 16 миллион һум аҡса күсергән. Полиция интернетта шикле иғландарға ышанмаҫҡа һәм аҡса күсермәҫкә кәңәш итә.

😱5🥴2🤩1👻1
Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына концерт афишаһы.
31 августа Ленин исемендәге майҙанда ("Ҡала советы" туҡталышы) Дмитрий Харатьян, Екатерина Гусева һәм Милли гвардияның өлгөлө оркестры, ә һуңыраҡ — Полина Гагарина һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Айҙар Ғәлимов, Гүзәл Уразова, Рөстәм Ғиззәтуллин һәм башҡалар сығыш яһай.
"Торатау" конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа «Евразия йөрәге» фестивале сиктәрендә концерт була.
"Моторҙар эшләүселәр" мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда Гарик Сукачев һәм Юрий Антонов сығышы көтөлә.

👍4
Йәйҙең икенсе айы ла "һә" тигәнсә үтте. Ямғырлы июлдең һуңғы көнө.
Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән күк күкрәп ямғыр яуыуы күҙаллана.
Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көслө.
Һауа температураһы республикала +19, +20 градус. Өфөлә +18, +22 градус йылы.

❤6
Ҡазан ямғырҙа йөҙә...
Синоптиктар быйылғы йәй ошоға тиклем булмағанса эҫе булыр тип фаразлай ине. Бөгөн ямғырлы июлдең һуңғы көнө.
Күрше Татарстанды көслө йәшен менән боҙ-борсаҡ ҡаплаған. Дауыл ултырған самолеттарҙы осороп ташлаған.
Башта Ҡазан ямғырҙар арҡаһында йөҙә, һуңынан боҙлауыҡ яуа, ҡала урамдары хатта ҡышты хәтерләтә.
🌧️Синоптиктар фаразлауынса, бындай һауа торошо беҙҙең яҡҡа ла яҡынлаша. Һаҡ булығыҙ!

😱6👍1